14 Тиреҫ ҡапҡаһын Бейт-Һаккәрәм биҫтәһе башлығы Рехав улы Малкияһ йүнәтте: уны төҙөп, ишектәрен, йоҙаҡтарын һәм биктәрен ҡуйҙы.
Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә.
Йеһу ары китте һәм Рехав улы Йеһонадавты осратты. Уға сәләм биреп: – Минең йөрәгем һинең яҡлы, һинең йөрәгең дә шулаймы? – тип һораны. – Минең дә шулай, – тип яуапланы Йеһонадав. – Улайһа бир ҡулыңды, – тине Йеһу һәм уны ҡулынан тартып үҙенең яу арбаһына ултыртты.
Шимға – Михаилдың, Михаил – Бәғәсеяһтың, Бәғәсеяһ – Малкияһтың,
Шунан һуң мин Йәһүҙә түрәләрен диуарҙың өҫтөнә сығарҙым һәм, шөкөрана мәҙхиәләре йырлар өсөн, ике ҙур төркөм тәғәйенләнем. Уларҙың береһе диуар буйлап уң яҡҡа, Тиреҫ ҡапҡаһына табан атланы.
Төндә мин Үҙән ҡапҡаһы аша Аждаһа шишмәһе эргәһенән Тиреҫ ҡапҡаһы янына килдем. Йәрүсәлимдең емерек диуарҙарын, уның яндырылған ҡапҡаларын ҡарап сыҡтым.
Уларҙың эргәһендә Йәрүсәлимдең яртыһына идара иткән Хур улы Рефаяһ эшләне.
«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.