Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 2:19 - Изге Яҙма

19 Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 2:19
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем.


Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.


Диуарҙы төҙөүебеҙҙе ишеткәс, Санбаллаттың бик ныҡ асыуы килде, йәне көйөп, йәһүдтәрҙе мыҫҡыл итте.


Хатта былай тип яҙылғайны: «Халыҡтар араһында шундай һүҙ йөрөй, Гешем дә әйтә, имеш, йәһүдтәр менән һин фетнә күтәрергә йөрөйһөң, диуарҙы ла шуға төҙөйһөң икән. Үҙең уларҙың батшаһы булып ултырырға теләйһең,


Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.


Әле иһә йәшерәктәр мине мыҫҡыл итеп көлә. Ә бит ваҡытында аталарын һис бер эшкә лайыҡ күрмәҫ инем, Көтөүемдең эттәре янына хатта ҡуймаҫ инем.


Һыуҙар беҙҙе йыуып ташлар ине, Ташҡын беҙҙе баҫып китер ине,


Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла! Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!


Йософ нәҫеле Мысырҙан ҡотолоп сыҡҡас, Уға быны күрһәтмә итеп бирҙе. Үҙем белмәгән телдә тауыш ишеттем:


«Яурынынан ауыр йөгөн алдым, Ҡулдары ауыр кәрзиндәрҙән ҡотолдо.


Минеңсә, былар барыһы ла ҡоро һүҙ генә, ә һуғыш өсөн хәрби оҫталыҡ менән көс кәрәк. Һин кемгә өмөтләнеп миңә ҡаршы баш күтәрҙең?


Ҡасан һөйләй башлаһам да, «Йәбер-золом! Ҡыйралыш!» тип ҡысҡырырға тейешмен. Раббы һүҙе арҡаһында көлкөгә ҡалдым, Көн оҙоно мине мәсхәрә итәләр.


Исмәғил Неҫанъяһ улы нөгәрҙәр башлығы Невузарадан тарафынан Миспала Ахиҡам улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырылған бөтә халыҡты, шулай уҡ батша ҡыҙҙарын әсиргә алды һәм улар менән бергә ғаммондарға йүнәлде.


– Бынан сығығыҙ! – тине Ул. – Ҡыҙыҡай үлмәгән, ул йоҡлай ғына. Унан көлөргә тотондолар.


Унан көлөргә тотондолар. Ғайса уларҙы сығарып ебәрҙе лә, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде.


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.


Был һүҙҙәренән һуң Пилатос Уны азат итергә тырышып ҡараны. Йәһүдтәр иһә: – Уны ҡотҡараһың икән, һин ҡайсарҙың дуҫы түгел! Үҙен үҙе батша тип иғлан иткән һәр кем – ҡайсарҙың дошманы! – тип ҡысҡырҙылар.


Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәре хатта бығауланып, төрмәләргә ябыла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ