31 билдәләнгән ваҡытта утын килтереүҙе һәм тәүге уңыш саҙаҡаларын биреүҙе юлға һалдым. Эй Аллам! Мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине.
Беҙ, йәрәбә ташлап, ҡаһиндар, левиҙәр һәм халыҡ кемдең ҡасан Аллабыҙ йорто өсөн утын алып килергә тейешлеген билдәләнек. Ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына яғыр өсөн һәр нәҫел йыл һайын тәғәйен ваҡытта утын килтерәсәк.
Тағы шундай йөкләмә алдыҡ: йыл һайын Раббыбыҙ йортона тупрағыбыҙҙың һәм емеш ағастарыбыҙҙың тәүге уңышын бирергә;
Левиҙәр уңыштың унынсы өлөшөн йыйған ваҡытта, Һарун нәҫеленән булған бер ҡаһин левиҙәр янында булырға, левиҙәр иһә үҙҙәренә тейгәндең ундан бер өлөшөн Аллабыҙ йортона, келәт бүлмәләренә алып барып тапшырырға тейеш.
Эй Аллам! Ошо эштәрем өсөн мине иҫеңә ал. Аллам йорто һәм ундағы хеҙмәт өсөн һалған тырышлыҡтарым юйылмаһын ине!
Шунан мин левиҙәргә таҙарынып, шәмбе көнөнөң изгелеген һаҡлар өсөн, ҡапҡаларҙы ҡарауылларға килергә бойорҙом. Эй Аллам! Ошолар өсөн дә мине иҫеңә ал, икһеҙ-сикһеҙ тоғро мөхәббәтеңә күрә миңә шәфҡәт күрһәт.
Йә Аллам, был халыҡ өсөн эшләгәндәремә күрә мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине!
Ҡайһылары һыуһыҙ сүлдә аҙашып йөрөнө, Кеше йәшәгән ҡалаға юл тапманы.
Яңғыратып шөкөрана ҡылыр, Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн.
Шунан Ғайсаға өндәште: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал.