Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 13:29 - Изге Яҙма

29 Эй Аллам! Ошо әҙәмдәрҙең ҡылығын иҫеңдә тот, сөнки улар ҡаһинлыҡҡа, ҡаһиндар һәм левиҙәр килешеүенә тап төшөрҙө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 13:29
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йә Аллам, Товияһ менән Санбаллаттың ошондай эшен, мине ҡурҡытырға уйлаған Ноғадъяһ исемле пәйғәмбәр ҡатын менән башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе хәтереңдә тотһаңсы!


Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин.


әммә пәрҙәгә һәм ҡорбан усағына яҡынламаһын, сөнки кәмселеге бар. Ул Изге торлағымды хурламаһын, сөнки уларҙы изге иткән Раббы Мин».


Уны изге тип белегеҙ, сөнки Аллағыҙға ризыҡты ул тәҡдим итә; ул һеҙҙең өсөн изге булһын, сөнки Мин, һеҙҙе изге итеп айырып алған Раббы, изгемен.


Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ