Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 13:27 - Изге Яҙма

27 Һеҙҙең ошондай ҙа ҙур золом ҡылыуығыҙҙы, сит ер ҡатындарын алып, Аллабыҙға хыянат итеүегеҙҙе ишетеү беҙгә аяныслы түгелме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 13:27
5 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғелам нәҫеленән Йехиил улы Шеханъяһ, Ғөзәйергә мөрәжәғәт итеп, былай тине: – Беҙ, Аллабыҙға хыянат итеп, эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙан ҡатындар алдыҡ. Шулай ҙа Исраил халҡы өсөн өмөт бар әле.


ә беҙ һаман да Һинең бойороҡтарыңды боҙорбоҙ, ошо ерәнгес ғәҙәтле халыҡтар менән туғанлашырбыҙмы ни? Беҙҙе юҡ итеү сигенә еткәнсе асыуланмаҫһыңмы, ә инде ул саҡта тере ҡалыусылар ҙа, ҡотолоу юлы ла булмаҫмы беҙгә?


Сит халыҡтар шәмбе йәки башҡа берәй изге көндә һатырға төрлө тауар һәм иген алып килһә, был көндө беҙ уларҙан әйбер һатып алмаҫбыҙ. Һәр етенсе йылда ерҙе эшкәртмәҫбеҙ һәм бер ниндәй бурысты ла кире ҡайтарып алмаҫбыҙ.


Ул көндәрҙә мин тағы шуға шаһит булдым: йәһүдтәр Ашдод, Ғаммон, Моав ҡатындарына өйләнгән.


Был эштә һеҙҙе кем тыңлар? Һуғышта булғандар менән ылау янында ҡалғандарҙың өлөшө бер. Бөтә нәмә лә тигеҙ бүленәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ