23 Ул көндәрҙә мин тағы шуға шаһит булдым: йәһүдтәр Ашдод, Ғаммон, Моав ҡатындарына өйләнгән.
Сөләймән батша, фирғәүендең ҡыҙынан башҡа, бик күп сит ҡәүем ҡатындарын да яратты. Улар араһында моав, ғаммон, эдом, сидон, хитти ҡыҙҙары ла бар ине.
Ғөзәйер ҡаһин тороп баҫты ла былай тине: – Һеҙ Раббыға хыянат иттегеҙ: сит ҡәүемдәрҙән ҡатындар алып, Исраилдың ғәйебен арттырҙығыҙ.
Ошоларҙың барыһы ла сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған һәм ҡайһы берҙәренең ҡатындары уларға бала ла тапҡайны инде.
Ант иттек: сит халыҡтарға ҡыҙҙарыбыҙҙы бирмәбеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын улдарыбыҙға алмабыҙ.
Сит халыҡтар шәмбе йәки башҡа берәй изге көндә һатырға төрлө тауар һәм иген алып килһә, был көндө беҙ уларҙан әйбер һатып алмаҫбыҙ. Һәр етенсе йылда ерҙе эшкәртмәҫбеҙ һәм бер ниндәй бурысты ла кире ҡайтарып алмаҫбыҙ.
Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,
Шуға күрә уларҙың балаларының яртыһы ашдод йәки башҡа халыҡтарҙың телендә һөйләшә, ә йәһүд телен белмәй ине.
Һеҙҙең ошондай ҙа ҙур золом ҡылыуығыҙҙы, сит ер ҡатындарын алып, Аллабыҙға хыянат итеүегеҙҙе ишетеү беҙгә аяныслы түгелме ни?
Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны.
Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙе һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен.
Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын?
Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙе, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер.
Ике улы ла моав ҡыҙҙарына өйләнде: уларҙың береһенең исеме – Ғорпа, икенсеһенеке Рут ине. Ун йыл самаһы унда йәшәгәс,
Пелештиҙәр, Алла һандығын ҡулға төшөргәндән һуң, уны Әвән-Ғезәрҙән Ашдодҡа килтерҙеләр.