18 Ата-бабаларыбыҙ ошолай ҡыланған өсөн, Алла беҙгә һәм ҡалабыҙға бөтә был бәләләрҙе килтермәнеме ни? Ә һеҙ шәмбе көнөн нәжесләп, Уның Исраилға асыуын арттыраһығыҙ, – тинем.
Беҙ үҙебеҙгә тағы Аллабыҙ йорто ихтыяжы өсөн йылына бер шекел көмөштөң өстән бер өлөшөн бирергә йөкләмә итеп алдыҡ.
Раббы Мусаға былай тине:
Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».
Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.
Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.
Йәһүҙәлә, Йәрүсәлим урамдарында ата-бабаларығыҙҙың, Йәһүҙә батшаларының һәм уларҙың ҡатындарының, үҙегеҙҙең һәм ҡатындарығыҙҙың ҡылған золомдарын оноттоғоҙмо ни?
Кейемдәреңде систерерҙәр, күркәм биҙәүестәреңде тартып алырҙар.
Ул Мысырҙа башлаған фәхешлеген ташламаны. Сөнки йәш сағынан уҡ уны түш аҫтына һалдылар, саф күкрәктәрен иҙҙеләр, аҙғынлыҡтарын уның өҫтөнә түктеләр.
Ошоларҙан һуң да Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырасаҡмын.
Мин дә асыуланып, һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.
«Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде, Ашлыҡ һата башлар инек. Шәмбе ҡасан уҙыр инде, Иген сауҙаһын асыр инек. Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып, Еткерә үлсәмәй отор инек.
Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ.