Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 13:15 - Изге Яҙма

15 Шул ваҡытта мин Йәһүҙәлә ҡайһы бер кешеләрҙең шәмбе көндө йөҙөм һуты һығыуҙарын, көлтә ташығандарын, ишәктәренә ашлыҡ, шарап, йөҙөм, инжир һәм һәр төрлө йөк тейәп, Йәрүсәлимгә һатырға килтергәндәрен күрҙем. Уларҙы был көндө аҙыҡ-түлек һатмаһындар тип киҫәттем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 13:15
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халҡын Үҙенә ҡайтарам тип, Раббы уларға пәйғәмбәрҙәрен ебәрә. Әммә халыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмай.


Сит халыҡтар шәмбе йәки башҡа берәй изге көндә һатырға төрлө тауар һәм иген алып килһә, был көндө беҙ уларҙан әйбер һатып алмаҫбыҙ. Һәр етенсе йылда ерҙе эшкәртмәҫбеҙ һәм бер ниндәй бурысты ла кире ҡайтарып алмаҫбыҙ.


Беҙ үҙебеҙгә тағы Аллабыҙ йорто ихтыяжы өсөн йылына бер шекел көмөштөң өстән бер өлөшөн бирергә йөкләмә итеп алдыҡ.


Сығыштары менән Тирҙан булып, Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләр ҙә балыҡ һәм һәр төрлө тауар килтереп, шәмбе көндө Йәһүҙә халҡына һата ине.


Мин уларҙы бик ҡаты әрләнем һәм: – Ниңә һеҙ диуар янында ҡунаһығыҙ? Тағы шулай эшләһәгеҙ, мин һеҙгә ҡарата көс ҡулланам, – тинем. Шул ваҡыттан алып, улар башҡаса шәмбе көндө килеп йөрөмәне.


Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр.


Игенеңдең уңышын ташыуына, Ырҙыныңа илтеүенә ышанырһыңмы?


Мин тыуғандан алып ғәйеплемен, Әсәм ҡарынынан гонаһлымын.


Исраил халҡы быуындан-быуынға шәмбене һаҡлаһын – был мәңгелек килешеү.


Алты көн эшлә, етенсе көнөнә ял ит, хатта һөргән һәм урған сағыңда ла эшеңде туҡтатып тор.


алты көн эшләрһегеҙ, ә етенсе көн – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Шәмбе көндө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителер.


Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.


Шәмбеләремде аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, Изге көнөмдә үҙ файҙаңды ҡайғыртмаһаң, Шәмбе көнөн „ҡыуаныс“ тип, Раббының изге көнөн „хөрмәтле“ тип һанаһаң; Көндәлек эшең менән булышмай, Табыш артынан ҡыумай, Буш һүҙ һөйләмәй, ихтирам итһәң,


Әгәр һеҙ Мине яҡшылап тыңлаһағыҙ, – тип белдерә Раббы, – шәмбе көндө ҡала ҡапҡаларынан йөк ташымаһағыҙ, был көндө изге һанап, бер нәмә лә эшләмәһәгеҙ,


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


Эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалғандары! Раббы һеҙгә: «Мысырға бармағыҙ!» – тип әйтте. Бөгөн һеҙҙе киҫәткәнемде ныҡлап белеп ҡуйығыҙ.


Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.


«Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде, Ашлыҡ һата башлар инек. Шәмбе ҡасан уҙыр инде, Иген сауҙаһын асыр инек. Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып, Еткерә үлсәмәй отор инек.


«Эй халҡым, һиңә ҡаршы Мин ни эшләнем? Һине Мин нисек йонсоттом, яуап ҡайтар, – ти Раббы. –


Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.


Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Әгәр Аллаң Раббыны онотоп, башҡа илаһтар артынан китһәң, уларға хеҙмәт итеп алдарында баш эйһәң, бөгөн шаһитлыҡ ҡылып әйтәм, һеҙ юҡҡа сығасаҡһығыҙ.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ