Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 12:47 - Изге Яҙма

47 Зеруббавел менән Нөхәмияһ дәүерендә бөтә Исраил халҡы йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына көн һайын өлөш биреп торҙо; шулай уҡ левиҙәргә лә тейешле өлөш бирелде, левиҙәр ҙә Һарун нәҫеленән булғандарға өлөш бүлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 12:47
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғүмеренең буйына уға Бабил батшаһы тарафынан йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ көн һайын бирелә килде.


Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.


Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Сераяһ, Реғелаяһ, Мордехай, Билшан, Миспәр, Бигуай, Рехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге:


Йырсыларҙың көндәлек вазифалары батша бойороғо менән раҫланғайны һәм уларға көн һайын билдәле күләмдә аҙыҡ-түлек бирелә ине.


Былар әсирлектән Шеалтиил улы Зеруббавел һәм Йешуағ менән ҡайтҡан ҡаһиндар һәм левиҙәр: Сераяһ, Йермеяһ, Ғөзәйер,


Йояҡим дәүерендә ҡаһиндарҙың нәҫел-нәсәп башлыҡтары түбәндәгеләр ине: Сераяһ нәҫеленән Мераяһ, Йермеяһ нәҫеленән Хананъяһ,


Был кешеләр үҙ вазифаларын Йосадаҡтан тыуған Йешуағ улы Йояҡим, өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин дәүерендә башҡарҙы.


Өйрәнеүсе бар булған яҡшы нәмәләрен өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән уртаҡлашһын.


Ул сағында уға ата мөлкәтен һатҡандан һуң тейгән өлөштән тыш, ризыҡтан да башҡа ҡаһиндарға биргән кеүек тигеҙ өлөш булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ