46 Сөнки борондан, Дауыт менән Асаф замандарынан уҡ йырсылар араһынан башлыҡтар ҡуйыла һәм Аллаға маҡтау, шөкөр итеү йырҙары башҡарыла ине.
Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.
Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.
доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине.
Бөтә донъя батшалары данлар Һине, Раббы, Сөнки ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙе ишеттеләр.
Асафтың уйланыуҙары. Эй Алла, ниңә Һин беҙҙән мәңгелеккә ваз кистең? Ниңә беҙгә, көтөүеңдең ҡуйҙарына, асыуың тоҡанды?
Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.