40 Шунан шөкөрана мәҙхиәләре йырлаусы ике төркөм дә Алла йорто янында йыйылды. Мин һәм минең менән бергә түрәләрҙең яртыһы,
Улар сиратлашып Раббыны данланы һәм шөкөр ҡылып: «Раббы игелекле, Исраилға тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырланы. Раббы йортона нигеҙ һалынған өсөн Раббыны данлап, бөтә халыҡ тирә-яҡты шатлыҡ ауаздарына күмде.
Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.
ҡаһиндар: Әлъяҡим, Мағасеяһ, Минйәмин, Михаяһ, Әлйоғынай, Зәкәрьяһ, Хананъяһ – улар борғолар тотҡайны –
Унда мин Алланың ҡорбан усағына, Илаһыма – һөйөнөсөм, йыуанысыма – килермен; Арфала уйнап Һине данлармын, Эй Алла, Илаһым минең.