Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нөхәмияһ 12:26 - Изге Яҙма

26 Был кешеләр үҙ вазифаларын Йосадаҡтан тыуған Йешуағ улы Йояҡим, өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин дәүерендә башҡарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нөхәмияһ 12:26
5 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Евфрат йылғаһынан алып пелешти еренәсә, Мысыр сигенә тиклем булған бөтә батшалар өҫтөнән хакимлыҡ итә.


Раббының Исраил халҡына биргән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен өйрәтеүсегә – ғилем эйәһе ҡаһин Ғөзәйергә Артахшаста батша биргән хаттың йөкмәткеһе былай була:


Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Етенсе айҙа, Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәп ятҡанда, бар халыҡ, бер кешеләй булып, Һыу ҡапҡаһы алдындағы майҙанға йыйылды. Улар ғилем эйәһе Ғөзәйергә Муса ҡануны – Раббының Исраилға бойороҡтары яҙылған төргәк китапты килтерергә ҡушты.


Шунан һуң өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин, халыҡты өйрәтеүсе левиҙәр һәммә кешеләргә: – Был көн – Аллағыҙ Раббы өсөн изге көн, шуға күрә ҡайғырмағыҙ, иламағыҙ, – тине, сөнки ҡанун һүҙҙәрен тыңлап, бар булған халыҡ илай ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ