25 Маттанъяһ, Бакбукъяһ, Ғовадъяһ, Мешуллам, Талмон, Ғаҡҡув ҡапҡа һаҡсылары ине; улар ҡапҡаға яҡын келәттәрҙе ҡарауылланы.
Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.
Шулай итеп, улар Осрашыу сатыры һәм изге урын өсөн яуаплы була, шулай уҡ ҡәрҙәштәре – Һарун нәҫелдәренә Раббы йортонда хеҙмәт иткәндә ярҙамлаша.
Был ҡапҡа һаҡсылары төркөмдәренең – башлыҡтары кем булыуына ҡарап – ағай-энеләре кеүек үк Раббы ҡорамындағы хеҙмәттәрендә үҙҙәренең вазифалары була.
Ғовед-Эдомға – Көньяҡ ҡапҡа, ә уның улдарына келәттәрҙе һаҡлау эләгә.
көнсығыштан – алтышар леви, төньяҡтан – дүртәр, көньяҡтан – дүртәр, ә келәттәр эргәһенән икешәр леви көн һайын һаҡ хеҙмәтендә тора.
Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.
Шунда күҙәтсе ҡысҡырҙы: «Эй бөйөк Хакимым! Мин һәр даим күҙәтсе манараһында торам; Көнөн-төнөн урынымдан китмәйем!