14 Ҡаһарман яугир булған туғандарын индереп иҫәпләгәндә улар йөҙ егерме һигеҙ кеше ине. Һаггедолим улы Завдиил уларҙың башлығы ине.
Уның улы Шемағъяһтан да үҙ нәҫелендә башлыҡ булған улдар тыуа, сөнки улар ҡаһарман яугирҙәр була.
Йәнә уларҙың ағай-энеһе, нәҫел башлыҡтары – бер мең ете йөҙ алтмыш кеше – Алла йортонда хеҙмәт итер өсөн лайыҡлы кешеләр була.
Нәҫел башлыҡтары булған ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә, улар ике йөҙ ҡырҡ ике кеше ине. Шулай уҡ Ғамашсай. Ул – Ғазарил улы, Ғазарил – Ахзай, Ахзай – Мешиллемоҫ, Мешиллемоҫ – Иммер улы ине.
Левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡам, Ғазриҡам – Хашавъяһ, Хашавъяһ Бунни улы ине.
Йәрүсәлимдә левиҙәрҙең башлығы Ғуззи булды, ул – Бани улы, Бани – Хашавъяһ, Хашавъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ Миха улы ине. Ғуззи Алла йортондағы йырсылар нәҫеленән – Асаф нәҫеленән ине.
Мағасеяһ, Шемағъяһ, Әлғазар, Ғуззи, Йеһоханан, Малкияһ, Ғелам һәм Ғезәр шунда торҙоҡ. Йырсылар яңғыратып йырланы; Израхъяһ башлап йырлаусы булды.