35 Тағы шундай йөкләмә алдыҡ: йыл һайын Раббыбыҙ йортона тупрағыбыҙҙың һәм емеш ағастарыбыҙҙың тәүге уңышын бирергә;
билдәләнгән ваҡытта утын килтереүҙе һәм тәүге уңыш саҙаҡаларын биреүҙе юлға һалдым. Эй Аллам! Мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине.
Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.
Тәүге уңыштың иң яҡшы емеше һәм башҡа төрлө саҙаҡалар ҙа ҡаһиндарҙыҡы булыр. Тәүге уңышығыҙҙың ононан бешерелгән икмәкте ҡаһинға бирегеҙ, шунда йортоғоҙҙа бәрәкәт артып торор.
Ғәйебе өсөн Раббыға ҡорбан ҡылһын: ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны өсөн ваҡ малдан билдәле хаҡтағы кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен.
Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм.
Атайың ырыуынан булған ҡәрҙәштәреңде, Леви ырыуын, үҙ яныңа ал. Улар һинең эргәлә булһын, һин улдарың менән Килешеү сатыры алдында хеҙмәт иткәндә улар һиңә ярҙам итһен.
Аллағыҙ Раббы биргән ерҙә үҫкән бөтә емештәрҙең дә тәүге уңышын йыйып кәрзингә һалырһың да Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға барырһың.