Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Нахум 1:12 - Изге Яҙма

12 Раббы былай ти: «Ашшурҙар көслө һәм күмәк булһалар ҙа, Ҡырҡып ташланыр һәм юҡ булырҙар. Ә һиңә, Йәһүҙә, ғазап ебәргәйнем, Бынан ары һине яфаламам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Раббы былай ти: – Ашшурҙар көслө һәм күмәк булһалар ҙа, Ҡырҡып ташланыр һәм юҡ булырҙар. Ә һиңә, Йәһүҙә, ғазап ебәргәйнем, Бынан ары һине яфаламам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Раббы былай ти: «Ашшурҙар көслө һәм күмәк булһалар ҙа, Ҡырҡып ташланыр һәм юҡ булырҙар. Ә һиңә, Йәһүҙә, ғазап ебәргәйнем, Бынан ары һине яфаламам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Нахум 1:12
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул төндө Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Бер көндө үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды.


Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.


Шуға күрә бөйөк Хакимыбыҙ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ашшурҙың көслө ғәскәрҙәренә Аҙаплы сир ебәрәсәк. Уның шөһрәте аҫтына гөлтләп янған ут һаласаҡ.


Кистән был халыҡтар дәһшәт таратһа, Таң атыуға юҡ булырҙар. Беҙҙе талаусыларҙың яҙмышы, Беҙҙе иҙгәндәрҙең өлөшө шулай.


Эй Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Сион халҡы, Һеҙ башҡа иламаҫһығыҙ! Һыҡтаған сағығыҙҙа Ул һеҙгә мәрхәмәтен мотлаҡ ҡылыр. Тауышығыҙҙы ишетеү менән яуап бирер.


«Ашшурҙар ҡылыстан һәләк булыр, Әммә кеше ҡулындағы ҡылыстан түгел. Улар ҡылыстан үткәреләсәк, Ләкин был кеше ҡулындағы ҡылыс булмаясаҡ. Ашшурҙар ҡылыстан ҡасыр; Йәш егеттәре ҡоллоҡҡа төшөр.


Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Хакимың Раббы, Үҙ халҡының дәғүәһен яҡлаған Алла былай ти: «Бына һине сайҡалдырған туҫтаҡ, Асыуымдың туҫтағын ҡулыңдан алдым. Башҡаса унан эсмәҫһең.


Был көндө бөйөк Хаким Евфраттың аръяғында ялланған бәке – Ашшур батшаһы – менән һаҡалығыҙҙы, сәсегеҙҙе, тәнегеҙҙәге бөтә төктәрегеҙҙе ҡырып ташлар.


Бөтә Йәһүҙә еренә йәйелеп, Уның боғаҙына етәсәк. Ғәскәрҙәр, ҡанаттарын йәйеп, Бөтөн илеңә туласаҡ, эй Ғиммануил!


Уның улдары иһә, ҙур ғәскәр туплап, һуғыш башлар. Улар туфан һыуылай урғылып баҫып инер, алға эркелер һәм дошмандың ҡәлғәһенә тиклем барып етер.


Раббы халҡына былай тип яуап бирер: «Бына Мин һеҙгә ашлыҡ, яңы шарап, Зәйтүн майы бирермен. Шуларҙы туйғансы ашап-эсерһегеҙ. Башҡаса ҡәүемдәр араһында Һеҙҙе оятҡа ҡалдырмам.


Бына, һөйөнсө килтереүсенең Аяҡтары тауҙар артыла. Ул тыныслыҡ иғлан итә! – Эй Йәһүҙә, байрамсыла байрамыңды, Биргән нәҙерҙәреңде үтә. Бынан ары һине залимдар тапамаҫ, Улар тулыһынса юҡ ителеп бөттө.


Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, селлә лә көйҙөрмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ