Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 9:27 - Изге Яҙма

27 Бынан киткән саҡта Ғайсаның артынан: – Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырып, ике һуҡыр эйәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

27 Ғайса унан киткәндә, артынан ике һуҡыр эйәрҙе. Улар: – Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Бынан киткән саҡта Ғайсаның артынан: – Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырып, ике һуҡыр эйәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 9:27
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.


һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.


Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.


– Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана.


Ғайса шәкерттәре менән Йерихо ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан күмәк халыҡ эйәрҙе.


Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм Алла йортондағы балаларҙың: «Дауыт Улына һосанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш ҡаһиндарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы.


Ғайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ: – Дауыт Улына һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар.


Ғайса өйгә ингәс, һуҡырҙар Уның янына килде. – Һеҙҙе һауыҡтыра аласағыма ышанаһығыҙмы? – тип һораны Ғайса. – Эйе, Әфәндем! – тип яуап бирҙе тегеләр.


Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар.


Яуыз рух, уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе!


көслө тауыш менән: – Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырҙы.


Ғайса иһә уларға былай тине: – Ни өсөн Мәсихте Дауыт Улы тип әйтәләр?


Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне.


Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?


Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында һөйләнелә. Мәсихтең кеше булараҡ сығышы Дауыт нәҫеленән ине, ә изгелек Рухы буйынса, үленән терелтелеүе менән, Ул Алланың ҡөҙрәтле Улы тип тәғәйенләнгән.


Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – кеше булараҡ сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ