Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 7:19 - Изге Яҙма

19 Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып утҡа ташлайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып утҡа ташлайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 7:19
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Был әмер – күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.


Яҡшы ағас насар емеш бирмәй, насар ағас яҡшы емеш бирмәй.


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тине.


Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.


Ә инде сәнскәк тә ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм ахыр килеп уны яндыралар.


Был кешеләр – һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғырһыҙ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған көҙгө ағастар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ