Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 6:20 - Изге Яҙма

20 Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа төшөп урламай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа инеп урламай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа төшөп урламай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 6:20
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе. Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мул инеше; Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина.


– Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса.


Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай.


Ғайса уға яратып ҡараны ла: – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине.


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Быны ишеткәс, Ғайса былай тине: – Һиңә тағы бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Шулай улар ысын тормошҡа өлгәшер өсөн киләсәккә ныҡлы нигеҙ булырлыҡ хазина туплар.


Һеҙ тотҡондағы әҙәмдәрҙең хәленә индегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.


Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ