Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 5:30 - Изге Яҙма

30 Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

30 Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 5:30
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуапланы уларға Ғайса.


әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.


Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине.


– Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, һалым йыйыусыларға Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә бир.


Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Ике ҡуллы, ике аяҡлы булып мәңгелек утҡа ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ йәки аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк.


Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тигән.


Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым».


Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш.


Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.


Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡуллы булып йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ килеш инеүең хәйерлерәк.


Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ.


Был кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән: «Бына, Сионда кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая ҡуям. Әммә Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ».


Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.


Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләгән булһам, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.


Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ