Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:69 - Изге Яҙма

69 Был ваҡытта Петрус ихатала ултыра ине. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ уның эргәһенә килеп: – Һин дә галилеялы Ғайса менән булдың бит, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

69 Был ваҡытта Петр ихатала ултыра ине. Хеҙмәтсе ҡыҙҙарҙың береһе килде. – Һин дә бит галилеялы Ғайса менән булдың, – тине ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

69 Был ваҡытта Петрус ихатала ултыра ине. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ уның эргәһенә килеп: – Һин дә галилеялы Ғайса менән булдың бит, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:69
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был тауышты ишетеп, Ильяс ябынсаһы менән битен ҡапланы ла мәмерйә ауыҙына сығып баҫты. – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип һораны тауыш.


Ильяс тауҙағы мәмерйәгә инеп, шунда ҡунды. Бына Раббы уға: – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип өндәште.


Яуыздарҙың ҡотҡоһона бирелмәгән, Гонаһлылар һуҡмағынан йөрөмәгән, Хурлаусылар йыйынында ултырмаған – Ниндәй бәхетле ошондай кеше!


– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.


Ошо ваҡытта баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Ҡаяфас исемле иң баш ҡаһиндың һарайында йыйылғайны.


Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, ахыры нимә менән бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы.


Әммә Петрус бөтәһе алдында быны инҡар итеп: – Һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине.


Ул ҡапҡа яғына ыңғайлағайны, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, шунда тороусыларға: – Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине.


Наҫанаил иһә быға ҡаршы: – Назаранан йүнле нәмә сығамы ни? – тип яуапланы. – Барайыҡ, үҙең күрерһең, – тине Филиппус.


Икенселәре: – Ул – Мәсих, – тине. Башҡалары уларға ҡаршы төштө: – Мәсих Галилеянан килергә тейешме ни?


Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡара, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.


Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Ул да һәләк булды һәм уға эйәргән кешеләр таралып бөттө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ