Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:55 - Изге Яҙма

55 Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

55 Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

55 Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:55
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса Алла йортона инеп аң-белем биргәндә, янына баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде. Улар: – Быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны.


Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде.


Ғайса, бынан киткәс, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларға аң-белем бирҙе.


Ул, Алла йортонда аң-белем биреүен дауам итеп, былай тип һораны: – Ни өсөн ҡанун белгестәре Мәсихте Дауыт Улы тип әйтә?


Ғайса көн һайын Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте. Баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны һәләк итергә әмәл эҙләне.


Бер көндө, халыҡты Алла йортонда аң-белемгә өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иткән сағында, Ғайса янына аҡһаҡалдар менән баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре килде.


Ғайса ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире бирҙе лә урынына ултырҙы. Ғибәҙәтханала һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгәйне.


Байрамдың яртыһы үткәйне инде, Ғайса, Алла йортона инеп, аң-белемгә өйрәтә башланы.


Ғайса, Алла йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – Ул ысын. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.


Иртә менән яңынан Алла йортона килде һәм Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы аң-белемгә өйрәтә башланы.


Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла йортонда өйрәткәндә саҙаҡа һандығы янында әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның сәғәте килеп етмәгәйне әле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ