Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 26:29 - Изге Яҙма

29 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

29 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көнөм етмәй тороп, йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 26:29
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».


«Кем беҙгә яҡшылыҡ эшләр?» – тигәндәр күп. Йә Раббы, йөҙөңдөң нурын өҫтөбөҙгә сәс!


Раббы уны яҡлар, тормошон һаҡлар, Ул ерҙә бәхетле ғүмер итер, Раббы дошмандарының ҡулына бирмәҫ.


Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы был тауҙа Бар халыҡтар өсөн затлы ризыҡтарҙан, Затлы шараптарҙан табын ҡорор. Унда туҡлыҡлы ризыҡтар, һөҙөлгән шарап булыр.


Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –


Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,


Ниндәй күркәм һәм мул буласаҡ ил! Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар туйғансы икмәк ашап, Яңы шарап эсеп, һау-сәләмәт үҫер.


Ә тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре Әҙәм Улының Батша булып килгәнен күргәнсе үлем татымаҫ.


Ҡайһы ерҙә ике йәки өс кеше Минең хаҡыма йыйыла, Мин шунда улар араһында буласаҡмын.


Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


– Был – гонаһтарҙың ғәфү ителеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән.


Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем.


Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.


Хәҙер инде Мин Һинең яныңа барам. Был һүҙҙәрҙе, улар Минең шатлығымды тулыһынса уртаҡлашһын өсөн, донъяла ваҡытымда һөйләйем.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ