Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 25:32 - Изге Яҙма

32 Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

32 Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзә тәкәләренән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 25:32
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ямандар хөкөмдә аҡлана алмаҫ, Тәҡүәләр йыйынында гонаһлылар урын тапмаҫ.


Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!


Мин һеҙҙе фетнәселәрҙән, Миңә буйһонмаған кешеләрҙән таҙартасаҡмын. Мин уларҙы килмешәк булып йәшәгән илдән сығарып ебәрермен, әммә улар Исраил еренә аяҡ баҫмаясаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Шул саҡ һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан, Аллаға хеҙмәт иткәнде Уға хеҙмәт итмәгәндән айыра башларһығыҙ.


Донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: фәрештәләр килеп тәҡүә кешеләрҙән ямандарҙы айырыр ҙа


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Ул ҡулындағы елгәргес көрәге менән ырҙында елгәрер. Бойҙайын, айырып, бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.


Мин – яҡшы көтөүсемен. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн йәнемде фиҙа ҡылам.


Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.


Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк булыр, ә уны белә тороп та, гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителер.


Быларҙың барыһы ла Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса хөкөм итәсәк көндө буласаҡ.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.


Раббы ҡаршы торғандарҙы тар-мар итер, Уларға күк дөһөрләтеп ябырылыр. Раббы ерҙең һәр тарафын хөкөм ҡылыр, Үҙ батшаһына ҡеүәт бирер, Мәсихенә бөйөк көс күндерер».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ