Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 25:14 - Изге Яҙма

14 Күктәр Батшалығы ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып китер алдынан, хеҙмәтселәрен саҡырып, үҙенең мал-мөлкәтен уларға ышанып тапшырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 – Ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып киткәндә, хеҙмәтселәрен саҡырып алып, уларға үҙенең милкен ышанып ҡалдырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Күктәр Батшалығы ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып китер алдынан, хеҙмәтселәрен саҡырып, үҙенең мал-мөлкәтен уларға ышанып тапшырған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 25:14
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.


Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора.


Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләне: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан да, уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙайлы ваҡытҡа ситкә сығып киткән.


Изге Рух биргән бүләктәр төрлө, әммә Рух бер үк.


Кем ул Аполлос? Кем ул Паулус? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ.


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ