Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 24:45 - Изге Яҙма

45 Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

45 Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

45 Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 24:45
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ изге урындың эше менән мәшғүл булған барса оҫталар, эштәрен ҡалдырып, Муса эргәһенә килде лә:


Аҡыл менән эш иткән хеҙмәтсе батшаның рәхмәтен ҡаҙаныр; хурлыҡлы эш ҡылыусы уның асыуына дусар булыр.


Тоғро әҙәм күп бәрәкәт табыр, байлыҡҡа ашҡынған язаға тарыр.


– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни?


Ул кеше миңә: – Былар – ҡорамда хеҙмәт итеүселәр халыҡ килтергән ҡорбан иттәрен бешерә торған йорттар, – тине.


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.


Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле!


Ҡыҙҙарҙың бишеһе – алйот, бишеһе иһә аҡыллы булған.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.


Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идара итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән.


Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, эҙәрлекләгән аяуһыҙ кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм ышанмауымдан килә ине.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр.


Муса Алла йортондағы бөтә эштәрҙә тоғро хеҙмәтсе ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипас үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Хеҙмәтсе уға: – Был Ноғоми менән Моав иленән килгән Моав ҡыҙы ул, – тине. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ