Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 24:31 - Изге Яҙма

31 Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

31 Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен көслө борғо тауышы менән ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 24:31
44 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла яңғыҙаҡтарға йорт-ғаилә бирер, Тотҡондарҙы именлеккә алып сығыр, Фетнәселәр ҡоро сүлдә ҡала бирер.


Ярлы менән етемдең дәғүәһенә ғәҙел ҡарағыҙ; Мохтаж менән фәҡирҙең хаҡын бирегеҙ.


Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды.


Ҡәүемдәр өсөн байраҡ күтәрер, Исраилдан һөрөлгәндәрҙе бергә туплар, Ҡыуып таратылған Йәһүҙә кешеләрен Донъяның дүрт тарафынан йыйып алыр.


Улар алыҫ илдән, күк көмбәҙенең ситенән килә: Раббы һәм Уның асыуының ҡоралы Бөтә ер йөҙөн тар-мар итәсәк.


Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.


Эй диңгеҙҙә йөрөгәндәр һәм ундағы барса нәмә, Алыҫ ярҙар һәм уларҙың халҡы! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ; Донъяның иң алыҫ ерҙәренән Уға маҡтау яуҙырығыҙ!


Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –


Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!


Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Мин Раббы, барлығым менән ант итеп белдерәм: Һин уларҙы затлы биҙәүес һымаҡ тағырһың, Кәләш һымаҡ улар менән биҙәнерһең.


Раббы былай ти: «Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Алыҫтан улдарың ҡайтасаҡ, Ҡыҙҙарың ҡул осонда килтереләсәк.


Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем.


Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.


– Эй, әйҙәгеҙ! Төньяҡ илдән ҡасығыҙ, – Раббы шулай тип белдерә. – Сөнки Мин һеҙҙе күктең елеләй дүрт тарафҡа ебәрҙем.


– Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


«Әфраимдың яу арбаларын, Йәрүсәлимдең аттарын юҡ итермен. Һуғыш йәйәләре һыныр. Батша халыҡтарға тыныслыҡ иғлан итер; Хакимлығы бер диңгеҙҙән икенсе диңгеҙгә, Евфраттан ер сигенә тиклем йәйрәп ятыр.


Раббы халҡы өҫтөндә пәйҙә булыр; Уғы йәшен кеүек осоп сығыр. Раббы Хаким борғоһон ҡысҡыртыр, Көньяҡтан ғәрәсәт булып килер.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып,


Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәй яҡынлашҡанын беләһегеҙ.


Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.


шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш.


Әммә мин, әллә Исраил халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Уларҙың ауаздары бөтөн донъя буйлап үтте, һәм хәбәрҙәре ер сиктәренә олғашты».


ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғо ҡысҡыртҡанда. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңге үлмәҫлек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ.


Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү.


Ер сигенә һөрөлгән булһағыҙ ҙа, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе йыйып алып кире ҡайтарыр.


Үткәндәр, һеҙгә тиклем булған дәүерҙәр, Алла ерҙә кешене яратҡандан алып быға тиклем булған замандар тураһында һораштырығыҙ, күктең бер сигенән икенсе сигенә тиклем эҙләп ҡарағыҙ: ҡасан да булһа ошондай бөйөк ваҡиғаларҙың булғаны йәки шуға оҡшаған эштәрҙең ишетелгәне булдымы икән?


Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә инанып үлгәндәр беренсе булып тереләсәк.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүенә һәм Уның эргәһендә тупланыуыбыҙға ҡағылышлы, имандаштар, үтенеп һорайбыҙ:


борғо тауышына ла, һүҙҙәрҙе әйтеүсе тауышҡа ла килмәнегеҙ. Ә тауыш шундай һүҙҙәр әйтә, уларҙы ишеткән кешеләр бүтәнсә һөйләмәүҙәрен ялбара.


Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине.


Мин Алла алдында баҫып торған ете фәрештәне күрҙем: уларға ете борғо бирелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ