Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 23:7 - Изге Яҙма

7 Баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен һәм үҙҙәренә «остаз» тип мөрәжәғәт иткәндәрен хуш күрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

7 баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен һәм кешеләрҙең уларҙы «остаз» тип атағандарын ярата.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен һәм үҙҙәренә «остаз» тип мөрәжәғәт иткәндәрен хуш күрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 23:7
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был быуын кешеләрен кем менән сағыштырайым икән? Улар: «Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ, ә һеҙ бейемәнегеҙ. Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ, ә һеҙ ҡайғырып иламанығыҙ», – тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған.


Ә һеҙ үҙегеҙҙе «остаз» тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ – бер-берегеҙгә туған.


Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә: – Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.


– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.


Петрус иһә, кисәге хәлде хәтерләп, Ғайсаға: – Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине.


Ул Үҙенең нәсихәтендә: – Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ. Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөүҙе, баҙар майҙандарында башлап сәләм биргәнде,


Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Остаз! – тип Уны үбеп алды.


Петрус Ғайсаға: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине.


Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙың түрендә ултырырға, баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен яратаһығыҙ.


Ғайса, артына боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә: – Һеҙгә нимә кәрәк? – тине. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигәнде аңлата), Һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һоранылар.


Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.


Шәкерттәре Уға: – Остаз, күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр.


Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, бөтәһе лә Уның янына бара.


Ул арала шәкерттәре Ғайсаны: – Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.


Уны күлдең арғы яҡ ярында эҙләп тапҡас: – Остаз! Һин бында ҡасан килдең? – тип һоранылар.


– Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме? – тип һораны шәкерттәре.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ