Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 23:23 - Изге Яҙма

23 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – инҡар итәһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – ситтә ҡалдыраһығыҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла онотмаҫҡа кәрәк ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – инҡар итәһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 23:23
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәҡүәлек менән ғәҙел ғәмәл ҡылыу Раббы алдында ҡорбан килтереүҙән өҫтөнөрәк.


Юҡ, ул, ерҙе тигеҙләгәс, ҡара үлән, аҡ әнис орлоҡтары һибә, Бойҙай, тары сәсә, арпаны бер урынға, Борайҙы эргәһенә ултырта.


Раббы былай ти: „Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән эш итегеҙ, таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡарығыҙ. Килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ, иҙмәгеҙ, был ерҙә ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәгеҙ.


Мин бит ҡорбан түгел, мөхәббәт теләйем. Тотош яндырыу ҡорбанынан бигерәк Алланы таныуығыҙҙы көҫәйем.


Ерҙән алынған барлыҡ уңыштың һәм ағастарҙан йыйып алынған емештең ундан бер өлөшө – Раббыныҡы, ул Раббының изге өлөшө.


Эй кеше, нимә яҡшы икәнен Раббы һиңә белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә – Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙан ләззәт ал, Алла хозурында күндәм йәшә.


Әгәр ҙә һеҙ: «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаған булһағыҙ, ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ инегеҙ.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Барығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.


Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине.


Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм».


– Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ