Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 22:24 - Изге Яҙма

24 – Остаз, Муса ҡанунда: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тигән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 – Остаз, Муса ҡанунда әйткән: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 – Остаз, Муса ҡанунда: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тигән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 22:24
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә килене Тамарға: – Улым Шела үҫеп еткәнсе, атаң йортонда тол ҡатын булараҡ йәшәп тор, – тине. Ағалары кеүек был улы ла үлеп ҡуймаһын тип уйланы ул. Шулай итеп, Тамар атаһы йортона ҡайтты.


Йәһүҙә Онанға: – Ағайыңдың тол ҡалған ҡатынын ал, – тине. – Ағайыңды алыштырып, уның нәҫелен дауам итерһең.


Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.


Беҙҙең арабыҙҙа ағалы-ҡустылы ете бер туған бар ине. Беренсеһе, өйләнгәс, нәҫел ҡалдырмайынса үлеп китте, ҡатыны ҡустыһына ҡалды.


– Остаз, ҡанундағы бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны.


Күктәр Батшалығына Миңә: «Хакимым! Раббым!» – тип әйткән һәр кем түгел, ә күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк.


– Остаз, Муса ҡанунда беҙгә: «Әгәр ҙә берәүҙең туғаны балаһы булмайынса үлеп китеп, ҡатыны яңғыҙ ҡалһа, башҡа туғаны был тол ҡатынды алһын, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған.


– Остаз, Муса беҙгә ҡанунда: «Әгәр ҙә кемдеңдер өйләнгән туғаны балаһы булмайынса үлеп китһә, ул тол ҡалған ҡатынды алһын, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған.


Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!


Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?


Әммә Ноғоми: – Юҡ, ҡыҙҙарым, барығыҙ, ҡайтығыҙ. Минең менән барып һеҙгә ни фәтүә? Уларға сығырбыҙ, тиер инегеҙ, мин башҡаса улдар таба алмайым.


Бөгөн бында ҡуна ҡал да, иртәгә, әгәр ҙә ул үҙ бурысын үтәһә, яҡшы, әйҙә шулай итһен. Әгәр ҙә уның ярҙам иткеһе килмәһә, тере Раббы шаһит: һине мин үҙем алырмын. Йоҡла, таң атмай әле, – тине Боғаз.


– Ноғомиҙың баҫыуын алған осраҡта, һин уның киленен, Моавтан килгән тол ҡатын Рутты ла алырға тейеш булаһың, сөнки биләмә уның мәрхүм иренең ғаиләһендә ҡалырға тейеш, – тине Боғаз.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ