Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 21:27 - Изге Яҙма

27 Шуға күрә Ғайсаға: – Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

27 – Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы улар Ғайсаға. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Шуға күрә Ғайсаға: – Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 21:27
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы пәйғәмбәре тураһында улар: «Был әҙәм кемде өйрәтмәксе? Кемгә өгөт бирмәксе? Яңы ғына күкрәк һөтө имгән, Имсәк ташлаған бәпестәргәме?


Күҙҙәре күрмәһен, ҡолаҡтары ишетмәһен, Аҡылдары аңламаһын, Миңә боролоп, шифа тапмаһындар өсөн Был халыҡтың аҡылын томала, Ҡолаҡтарын һаңғыраулат, Күҙҙәрен йомдор.


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Ә иртәнсәк күк йөҙөндә ҡарағусҡыл ҡыҙыл болоттар күрәһегеҙ ҙә: «Бөгөн дауыл булыр», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә заман билдәләрен аңлай алмайһығыҙ.


«Кешеләрҙән», – тиһәк, халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.


– Ә бына был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: «Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле», – тигән.


– Шуныһы ғәжәп тә: һеҙ Уның ҡайҙан икәнлеген белмәйһегеҙ, ә Ул минең күҙҙәремде асты! – тине күрә башлаған кеше. –


Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.


Беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр бөркәнсек менән йәшерелгән кеүек булһа, ул һәләкәт юлынан барыусылар өсөн генә йәшерелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ