Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 21:19 - Изге Яҙма

19 Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына барҙы. Япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапмағас: – Бынан һуң бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына килде, ләкин япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы. – Бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине Ул һәм шунда уҡ инжир ағасы ҡороно.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына барҙы. Япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапмағас: – Бынан һуң бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 21:19
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты, Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты. Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты, Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы. Баҡсаһынан татлы емеш көттө, Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе.


«Мин уларҙың бөтә уңышын тартып алырмын, – тип белдерә Раббы. – Ботағында бөртөк йөҙөм, Инжир ағасында өҙөп алыр емеш ҡалмаҫ; Хатта япраҡтары һулып ҡойолор. Уларға нимә биргәнмен, барыһы ла Ҡулдарынан тартып алынасаҡ».


Быны күреп, шәкерттәренең иҫе китте. – Инжир ағасы нисек улай ҡапыл ғына ҡороно һуң? – тип һоранылар.


Ғайса ағасҡа: – Бынан ары емешеңде мәңге һис кем ашамаһын! – тине. Шәкерттәре быны ишетеп торҙо.


Икенсе көндө иртән инжир ағасы янынан үтеп барғанда, уның тамырына тиклем ҡороғанын күрҙеләр.


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тине.


Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.


Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.


Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.


Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.


Был кешеләр – һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғырһыҙ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған көҙгө ағастар.


Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр – хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ