Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 19:8 - Изге Яҙма

8 – Һеҙ таш йөрәкле булғанға күрә, Муса ҡатындарығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Башланғыста улай түгел ине, – тип яуапланы Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 – Ул күңелдәрегеҙ ҡаты булғанға күрә ҡатынығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Тәүҙән улай түгел ине, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 – Һеҙ таш йөрәкле булғанға күрә, Муса ҡатындарығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Башланғыста улай түгел ине, – тип яуапланы Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 19:8
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм улар бер тән булыр.


Нух, туфан һыуынан ҡотолор өсөн, улдары, ҡатыны, килендәре менән кәмәгә менде.


Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып ихатаһына инегеҙ!


Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды.


Фарисейҙар иһә: – Улайһа, ни өсөн Муса ир кешегә, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы биреп, айырып ебәрергә рөхсәт иткән? – тинеләр.


– Һеҙгә әйтәм: ҡатынының зина ҡылыуынан башҡа сәбәп арҡаһында уның менән айырылышҡан һәм башҡаға өйләнгән ир зина ҡыла.


– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алланың ғәҙел ихтыярын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.


Ендәр: – Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип ялбарҙы.


– Ул был бойороҡто таш йөрәкле булғанығыҙға күрә яҙған, – тине Ғайса. –


Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, таш йөрәкле булғандары өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанмағайны.


Быны мин әмер итеп түгел, ә мөмкинлек биреп әйтәм.


Дауыт шулай уҡ Изреғилдән Ахиноғамды ла алды. Улар икеһе лә Дауыттың ҡатыны булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ