Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 18:12 - Изге Яҙма

12 Нисек уйлайһығыҙ: әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булһа, шуларҙың береһе аҙашып ҡалһа, ул, туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, аҙашҡанын эҙләп китмәҫ инеме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Нисек уйлайһығыҙ? Әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе аҙашһа, ул туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, юғалғанын эҙләп китмәҫ инеме икән?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Нисек уйлайһығыҙ: әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булһа, шуларҙың береһе аҙашып ҡалһа, ул, туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, аҙашҡанын эҙләп китмәҫ инеме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 18:12
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто.


Таралған көтөүе араһында һарыҡтарын барлаған көтөүсе кеүек, Мин дә ҡуйҙарымды эҙләрмен. Болотло, ҡараңғы көндә таралған бөтә ерҙәрҙән уларҙы йыйып алырмын.


Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен».


Бүтәнсә улар ҡәүемдәргә – яумал, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек булмаҫ. Хәүефһеҙ йәшәрҙәр, уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ.


Хәлһеҙҙәренә көс бирмәйһегеҙ, сирлеләрен дауаламайһығыҙ, йәрәхәтлеләренең яраһын бәйләмәйһегеҙ. Аҙашҡанын тапмайһығыҙ, юғалғанын эҙләмәйһегеҙ. Киреһенсә, уларға көс һәм аяуһыҙлыҡ менән идара итәһегеҙ.


Көтөүем бөтә тауҙарға, бейек ҡалҡыулыҡтарға, бөтә ер йөҙөнә таралды. Уларҙы юллаусы ла, эҙләүсе лә юҡ».


– Әгәр берәйегеҙҙең берҙән-бер һарығы булһа, шул һарыҡ шәмбе көндө соҡорға төшөп китһә, ул уны сығармаҫ инеме? – тине Ғайса. –


Уны табып алһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр.


– Ә бына был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: «Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле», – тигән.


– Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Улы? – тип һораны. – Дауыт Улы, – тип яуап бирҙе улар.


Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, әйткәндәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ.


Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ