Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 16:19 - Изге Яҙма

19 Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Ерҙә һин нимәне тыйһаң, шуны күктә Алла тыясаҡ. Ерҙә һин нимәне рөхсәт итһәң, шуны күктә Алла рөхсәт итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Һин ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнеңде Алла күктә рөхсәт итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Ерҙә һин нимәне тыйһаң, шуны күктә Алла тыясаҡ. Ерҙә һин нимәне рөхсәт итһәң, шуны күктә Алла рөхсәт итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 16:19
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт йортоноң асҡысын уның яурынына һалырмын. Ул асһа – бер кем дә бикләй, бикләһә, һис берәү аса алмаҫ.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә нимәне тыяһығыҙ, шуны күктә Алла ла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнегеҙҙе, күктә Алла ла рөхсәт итәсәк.


Кемдең гонаһтарын ғәфү итһәгеҙ, шуныҡы ғәфү ителер; кемдекен ғәфү итмәйһегеҙ, шуныҡы ғәфү ителмәҫ, – тине.


Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң Петрус урынынан тороп: – Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Башҡа халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, байтаҡ ваҡыт элек бөтәбеҙ араһынан Алла мине һайлап ҡуйғанын беләһегеҙ.


Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа) мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем.


Шулай итеп, был бойороҡтарҙы ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.


Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.


Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ