Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 14:19 - Изге Яҙма

19 Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 14:19
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса.


Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо.


Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде.


Күккә ҡарап көрһөндө лә: – Эффата! (Йәғни «Асыл!») – тине.


Ҡулына кәсә алып, шөкөрана иткәндән һуң, һүҙен дауам итте: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.


Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.


Ашап ултырған саҡта икмәк алып шөкөрана ҡылды ла шәкерттәренә бүлеп бирҙе.


Унда ирҙәр генә лә биш меңләп ине. Ғайса шәкерттәренә: – Уларҙы иллешәр кешелек төркөмдәргә бүлеп ултыртығыҙ, – тине.


Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылды, унан, икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе.


Ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. –


Тибериас ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны. Улар туҡтаған урын кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған ергә яҡын ине.


Шулай тигәс, Паулус, икмәкте ҡулына алып, барыһы алдында Аллаға шөкөрана ҡылды ла һындырып ашай башланы.


Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған кеше лә быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә.


Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?


Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтәһен дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ.


шөкөр итте лә, уны һындырып, былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ».


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


Ҡалаға барһағыҙ, уны табыныу ҡалҡыулығына ашҡа киткәнсе осратырһығыҙ. Ул ҡорбанға фатиха бирмәй тороп, халыҡ табынға ултырмай. Саҡырылғандар ул килгәс кенә ашай башлаясаҡ. Йәһәтерәк атлаһағыҙ, тап итерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ