Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 13:55 - Изге Яҙма

55 Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

55 – Ул балта оҫтаһының улы түгелме һуң? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуб, Йософ, Симон һәм Йәһүҙә лә баһа?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

55 Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 13:55
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай, игелегең менән мөхәббәтең Ғүмерем буйы оҙатып йөрөр. Көндәремдең ахырына тиклем Раббы йортонда төйәкләнермен.


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуп менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зәбәҙәйос улдарының әсәһе бар ине.


Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуп менән Йосестың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе ла бар ине.


Ә магдалалы Мәрйәм менән Йосестың әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо.


Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр.


Мәрйәм исемле ҡыҙ янына ебәрҙе. Мәрйәм Дауыт нәҫеленән булған Йософ атлы ир менән йәрәшелгәйне.


Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Йоанна, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған бүтән ҡатындар хәбәр итте.


Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы ине. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйланы. Ә Йософ – Ғәли улы,


Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.


Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткерҙеләр.


Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клопастың ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине.


– Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ, шулай булғас, нисек Ул: «Мин күктән төштөм», – тип әйтә ала? – тиештеләр.


Беҙ Алланың Муса менән һөйләшкәнен беләбеҙ. Ә был Ғайса тигән Әҙәмдең ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ, – тип ҡысҡырҙылар.


Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡуптан башҡа бер илсене лә күрмәнем.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан яратып саҡырып алынғандарға, Ғайса Мәсихтең ҡурсалауында булғандарға:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ