Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 13:52 - Изге Яҙма

52 – Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

52 – Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе үҙ мөлкәтенең яңыһын да, иҫкеһен дә сығарып ташлаусы йорт хужаһына оҡшаш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

52 – Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 13:52
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғөзәйер үҙенең ғүмерен Раббы ҡанунын өйрәнеүгә һәм уны үтәүгә, Исраил халҡын уның ҡағиҙә-ҡарарҙарына өйрәтеүгә бағышлай.


Мин, Артахшаста батша, Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнең бөтә ҡаҙнасыларына шундай фарман бирәм: Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһин һеҙҙән нимә һораһа, шуны һис кисекмәҫтән бирегеҙ.


Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Тәҡүәлек емешенән тормош ағасы үҫеп сыға, аҡыл эйәһе кеше күңелен йәлеп итә.


Аҡыллының теле ғилем тарата, ахмаҡтың күңелендә ғилемгә урын юҡ.


Кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр – тәрән йылға һымаҡ, аҡыл сығанағы – ташҡын һыу.


Иртүк тороп йөҙөм баҡсаларына барырбыҙ, Ҡарарбыҙ: улар япраҡ ярғанмы, Сәскәләре тумалғанмы, Анарҙары сәскәләргә күмелгәнме? Шунда мин һиңә һөйөүемде бүләк итермен.


Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара.


Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы? – Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре.


Ошо ҡиссаларҙы һөйләгәндән һуң, Ғайса ул ерҙән китте.


Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Шуның өсөн Алла аҡылы былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр».


Һеҙгә яңы бойороҡ бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратҡан булһам, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ.


көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.


Һеҙ, яҙғандарымды уҡып, Мәсихтең серенең асылын нисек аңлағанымды күҙ алдына килтерә алырһығыҙ.


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Әпәфрастан ишеттегеҙ. Ул – Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.


Мәсих һүҙе һеҙҙә мул булып, бер-берегеҙҙе зирәк аҡыл менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт бирегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Етәксе, әреләнеп китеп, Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел.


Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе кире ҡаға алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ