Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 12:44 - Изге Яҙма

44 Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. Кире ҡайтҡас, өйөн аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

44 «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай ул. Кире ҡайтҡас, ул уны аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

44 Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. Кире ҡайтҡас, өйөн аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 12:44
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уға яҡынайған һайын, Мәкерле йөрәктәре мейестәй дөрләй, Улар бөтәһе лә мейес кеүек ҡыҙыу. Икмәксе төнө буйы йоҡлай – Таңға табан уның мейесе Ялҡынлы ут һымаҡ дөрләй.


Кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алыр икән? Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына уның өйөн талай алыр.


Яуыз рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай.


Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр.


Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба.


Ул быны фәҡирҙәр тураһында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине, һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.


Иблис Шимғон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында


Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыу менән уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: – Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.


Әлбиттә, кемегеҙҙең тоғро икәнлеге һынау аша асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡараш айырымлыҡтары да булыуы кәрәк.


һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.


Һеҙ, балаларым, – Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙә Булған донъяла булғандан өҫтөн.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ