Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 11:28 - Изге Яҙма

28 Эй хәлдән тайғандар, ауыр йөктән интеккәндәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙҙе тынысландырырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

28 Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Эй хәлдән тайғандар, ауыр йөктән интеккәндәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙҙе тынысландырырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 11:28
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа, Тормошо ҡайғы-хәсрәт, хәүефтән тора.


Ут сатҡыһының һауаға осҡаны дөрөҫ булғандай, Кешенең ғазап сигер өсөн тыуғаны ла хаҡ.


Сөнки Раббының һүҙе хаҡ, Уның ҡылған ғәмәлдәре тоғро.


Йөрәгем аяуһыҙ янды, Уйҙарыма ялҡын ҡабынды, Телемдән һүҙҙәр түгелде:


Ҡояш аҫтында ҡылынған бар төр ғәмәлде күрҙем мин, былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт һәм ел ҡыуыу.


Бөтә нәмә лә хәлдән тайҙыра – Уларҙы тасуирларға һүҙ етмәҫ; Ҡарап-ҡарап та күҙ туймаҫ, Тыңлап-тыңлап та ҡолаҡтың танһығы ҡанмаҫ.


Бына бер кеше – яңғыҙ, балаһы ла, ағай-энеһе лә юҡ. Көнө-төнө эшләй, ләкин күҙе һаман байлыҡҡа туймай. Ул: «Кем өсөн эшләйем һуң мин, ниңә үҙемде тормош ләззәтенән мәхрүм итәм?» – тип әйтә белмәй. Был да – буш мәшәҡәт, был да – яман эш.


Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.


Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.


Раббы уларға: «Бында рәхәт, Әйҙә арығандар хәл алһын, Бында тыныс урын», – ти торғайны. Әммә улар ишетергә теләмәне.


Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.


Мин арығандарға һыу бирермен, Талсыҡҡандарҙы ашатырмын.


Рехав улы Йонадавтың нәҫеле аталарының бойороғон тота, ә был халыҡ Мине тыңламай.


Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ.


Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр.


Улар, күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай.


Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен.


Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!


Шулай булғас, аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ?


Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус.


Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡ ҡалыбына дусар итмәгеҙ.


ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә тыныслыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр.


Алланың тыныс-имен урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, иғтибарлы булайыҡ.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тере һыуҙы бушлай алһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ