Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 11:26 - Изге Яҙма

26 Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 11:26
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер һүҙеңә лә яуап бирмәй тип, Нимәгә һиңә уның менән сәкәләшергә?


Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.


Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тине: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам! Эйе, Атам, был Һинең игелекле ихтыярың ине!


– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәр. Әммә Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


Ғайса: – Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине. Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар.


Ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. –


Инде күңелем борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин тап ошо сәғәт өсөн килдем дә.


Атам! Исемеңдең шөһрәтен күрһәт. Шул ваҡыт күктән: – Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.


Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.


Барыһын да Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән эшләүсе Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсихтә Үҙе вәғәҙә иткәнде алыусылар итте.


Ул, Мәсихтә тормошҡа ашырырға ҡарар иткән изге ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.


Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә тормошҡа ашырылды.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсихтә еткерелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ