Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 11:21 - Изге Яҙма

21 – Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

21 – Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде шырт кейемдәр кейеп, баштарына көл һибеп тәүбә итерҙәр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 – Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 11:21
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».


Ҡырҙағы ҡалҡыулыҡтар өҫтөндә Ҡылған әшәке ғәмәлдәреңде: Хыянатыңды, ерәнгес кешнәүеңде, Уйнаш итеүеңде күреп торҙом. Ҡайғы һиңә, Йәрүсәлим! Һин таҙарынғансы күпме ғүмер үтер?»


Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн.


Раббы былай ти: «Тир енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Туғандарса килешеүҙе онотоп, Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн


Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр.


Шунан Ғайса Тир һәм Сидон төбәгенә китте.


Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!


Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


Йәрүсәлимдән, Идумаянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килгәйне.


Ул арала Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡтағы Бейт-Сайдаға бара торорға ҡушты, Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды.


Бынан ары Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Унда бер өйгә инде. Килеүе хаҡында бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы.


Ғайса, Тир яҡтарынан ҡайтышлай, Сидон һәм Ун Ҡала төбәге аша үтеп, Галилея күленә сыҡты.


Бына улар Бейт-Сайдаға килде. Кешеләр бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр.


ләкин Ильяс Алла тарафынан уларҙың береһенә лә түгел, ә Сидон илендәге Сарефаҫ ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелде.


Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төштө. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтә Йәһүҙиәнән дә, Йәрүсәлимдән дә, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылды.


Әйләнеп ҡайтҡас, илселәр ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп бирҙе. Ғайса уларҙы Үҙе менән Бейт-Сайда тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып китте.


Әндриас менән Петрус кеүек Филиппус та Бейт-Сайда ҡалаһынан ине.


Улар, Галилеялағы Бейт-Сайданан булған Филиппус янына килеп: – Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде.


Һируд Тир һәм Сидон ҡалалары халҡына бик асыулы ине. Ә был ҡалалар, аҙыҡ-түлек менән Һирудтың биләмәләренән тәьмин ителгәнгә күрә, бергәләшеп батшаға вәкилдәр ебәрҙеләр. Улар, батша һарайына идара иткән Бластосты үҙ яҡтарына ауҙарып алғандан һуң, тыныслыҡ һоранылар.


Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Йүлиос, кешелеклелек күрһәтеп, Паулусҡа дуҫтары янына барырға һәм уларҙан кәрәге тейерҙәй әйберҙәр алырға рөхсәт итте.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алғанын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ