Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 10:42 - Изге Яҙма

42 Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

42 Кем шундай түбән заттарҙың береһенә Минең шәкертем булғаны өсөн генә бер сынаяҡ һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

42 Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 10:42
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һыу алырға киткән ҡатын артынан: – Зинһар, берәр ҡабым икмәк тә килтер инде, – тип өндәште.


Әйҙә өҫкө ҡатта уның өсөн бер бәләкәй генә бүлмә төҙөйөк. Шунда түшәк һалырбыҙ, өҫтәл, ултырғыс, майшәм ҡуйырбыҙ. Ҡасан килһә лә, беҙгә төшөп йөрөр.


Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.


Күңелеңә аҡыл тигәнең дә шулай, уны эҙләп таптыңмы – һөҙөмтәһе лә булыр, өмөттәрең һинең бушҡа китмәҫ.


Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Һаҡ булығыҙ, был кесе йәндәрҙең береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Һеҙҙең күктәге Атағыҙ ҙа шулай: кесе йәндәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Был кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Юғарыларҙан Юғарының балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ