Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 10:19 - Изге Яҙма

19 Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә, тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге белдерелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә, тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге белдерелер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 10:19
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Инде бар! Һөйләгән сағыңда Мин һинең яныңда булырмын; нимә әйтергә кәрәклеген Үҙем өйрәтеп торормон.


Уның менән һөйләш, нимә әйтергә кәрәклеген аңлат. Һөйләгәндә икегеҙгә лә ярҙам итермен, эргәгеҙҙә булырмын, ни эшләргә икәнен өйрәтермен.


Ләкин Раббы миңә былай тине: – Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең.


Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: – Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.


Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?


Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, нимә кейербеҙ, тип хафаланмағыҙ.


Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.


Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтерелгән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә, тип борсолмағыҙ.


Нимә һөйләргә икәнен һеҙгә шул сәғәттә Изге Рух өйрәтер.


әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы.


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ