Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 9:7 - Изге Яҙма

7 Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

7 Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 9:7
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым.


Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.


Раббының шөһрәте Синай тауының өҫтөнә ҡунды. Алты көн буйы тауҙы болот ҡаплап торҙо, ә етенсе көнөнә Раббы болот эсенән Мусаға өндәште.


Шул саҡ Осрашыу сатырын болот ҡапланы һәм Изге торлаҡ Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.


Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.


Ул Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит.


Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны.


Шәкерттәр ҡапыл тирә-яҡтарына ҡарап алдылар, әммә яндарында Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәнеләр.


Уға күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төштө. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.


Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.


Атам! Исемеңдең шөһрәтен күрһәт. Шул ваҡыт күктән: – Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.


Йәһүдтәр: – Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса, Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды.


Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәрҙә Уны үлтереү ниәте тағы ла нығыраҡ көсәйҙе, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.


Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ


Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе тип таныйбыҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.


Ғайса, элекке һуҡырҙы ҡыуып сығарғандарын ишеткәс, уны эҙләп табып: – Һин Әҙәм Улына ышанаһыңмы? – тип һораны.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


Исраил халҡына: «Алла һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек бер Пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр», – тип әйткән дә – шул Муса.


Шулай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу янына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәши.


Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.


Уға шөһрәтле бөйөк Алланан: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен шөһрәт балҡышында күрһәтте.


Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.


Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ