Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 9:2 - Изге Яҙма

2 Алты көндән һуң Ғайса, Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Алты көндән һуң Ғайса, Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 9:2
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Усаҡҡа йәтешләп утын һалғандан һуң, башмаҡты киҫәктәргә тураҡлап, утын өҫтөнә ҡуйҙы.


Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы.


Муса үҙенең ярҙамсыһы Йушағ менән бергә юлға сыҡты һәм Алла тауына күтәрелде.


Күҙҙәрең батшаны бөтә күркәмлегендә күрер, Ҡарашың осһоҙ-ҡырыйһыҙ илде байҡар.


Ул Раббы алдында бер үҫенте кеүек, Ҡоро тупраҡтағы шытым һымаҡ күтәрелде. Уның ҡиәфәтендә беҙ һоҡланырҙай Күркәмлек тә, бөйөклөк тә, Беҙҙе үҙенә йәлеп итә алырҙай Һис бер нәмә юҡ ине.


Был хаҡта ишеткәндән һуң, Ғайса яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Быны белеп ҡалған халыҡ, ҡалаларынан сығып, Уның артынан йәйәүләп китте.


Ул Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алды. Уны дәһшәт һәм хәүеф солғап алды.


Бынан һуң Ғайса ауылға китеп барған ике шәкертенә башҡа ҡиәфәттә күренде.


Ғайса Петрустан, Яҡуптан һәм Яҡуптың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне.


Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты.


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.


Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш».


Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм Үҙенә бөтә нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ