Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 9:12 - Изге Яҙма

12 – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 9:12
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Туҡмағандарға – арҡамды, Һаҡалымды йолҡҡандарға яңағымды ҡуйҙым; Битәрҙән һәм төкөрөктән битемде ҡапламаным.


Күптәр, уны күреп, шаҡ ҡатҡан ине, Ҡиәфәте, сырайы шундай боҙолған, Кешегә һис оҡшашлығы ҡалмағайны.


Раббы миңә: – Уларҙы көмөш иретеүсегә бырға, – тине. Ниндәй юғары баһаланылар мине! Мин ул утыҙ көмөштө алып, Раббы ҡорамындағы көмөш иретеүсегә ташланым.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Мин килгән саҡта, ерҙе харам ҡылмаҫ өсөн, ул атайҙарҙың йөрәген балаларына, балаларыныҡын атайҙарына табан борор.


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Йәрүсәлимгә барасағы, унда аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителәсәге һәм үлтереләсәге, әммә өсөнсө көндә терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы.


Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


– Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Уны, үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырырҙар.


Ләкин Мин һеҙгә шуны әйтәм: Ильяс килде инде һәм, уның тураһында яҙылғанса, уға ҡарата нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар.


сөнки Үҙенең шәкерттәрен аң-белемгә өйрәтеү менән мәшғүл ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.


Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.


Ә Һируд үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилатос янына кире ебәрҙе.


Арҡысаҡта аҫылынып торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп: – Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тине.


Бергә йыйылғас, илселәр Ғайсанан: – Раббыбыҙ! Исраил батшалығын тергеҙә торған ваҡытың еттеме? – тип һоранылар.


Ғайса – ул «һеҙ төҙөүселәр ташлаған һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ