Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 8:2 - Изге Яҙма

2 – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 – Кешеләрҙе йәлләйем. Өс көн инде улар Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 8:2
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильяс тороп тирә-яғына ҡараһа, баш осонда көлдә бешерелгән көлсә менән бер көршәк һыу тора. Һыуһынын ҡандырып, ашап алды ла тағы ятты.


Юғарылағы йортоңдан тауҙарҙы Һин һуғараһың, Эштәреңдең емештәре менән донъя тултыраһың.


Һуҡырҙарҙың күҙен асыр, Ергә бөгөлгәндәрҙе турайтыр, Тәҡүәләрҙе Ул яратыр.


Ғәйре беҙгә йәнә миһырбанлы булырһың, Ғәйептәрҙе беҙҙең юйып ташларһың, Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың.


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уларҙы йәлләп, араларындағы ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырҙы.


Ғайса, уларҙы йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Һуҡырҙар шунда уҡ күрә башланылар һәм Уға эйәреп киттеләр.


Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине.


Ғайса уны йәлләне, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине.


Әммә Ғайса риза булманы. – Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса.


Улар, кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә аулаҡ урынға китте.


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.


Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине.


Яуыз рух, уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе!


Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.


Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тине.


Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


Ундай баш ҡаһин белемһеҙҙәрҙең дә, тура юлдан тайпылыусыларҙың да хәленә инә ала, сөнки үҙенең дә йомшаҡлыҡтары бар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ