Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 7:9 - Изге Яҙма

9 Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла бойороғон кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9 Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла әмерен кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла бойороғон кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 7:9
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ерҙе унда йәшәүселәр нәжесләне, Сөнки улар ҡанундарҙы һанға һуҡманы, Ҡағиҙәләрҙе аяҡ аҫтына һалды, Мәңгелек килешеүҙе боҙҙо.


Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.


Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ.


Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер йылға, ике йыл да йәнә ярты йылға уның ҡул аҫтына бирелер.


Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ.


Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын шартына килтереп йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине.


Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан: – Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар.


Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.


Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рухты тәҡдим итһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләһә, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ.


ата-бабаларыбыҙ йолаларына мөкиббән бирелеп, халҡым араһында йәһүд динен тотҡан күп йәштәштәремә ҡарағанда алдынғыраҡ булғанымды ла ишеткәнегеҙ бар.


Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡлана икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтә нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ