Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 7:34 - Изге Яҙма

34 Күккә ҡарап көрһөндө лә: – Эффата! (Йәғни «Асыл!») – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

34 Күккә ҡарап көрһөндө лә: – Еффафа! (Йәғни «Асыл!») – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Күккә ҡарап көрһөндө лә: – Эффата! (Йәғни «Асыл!») – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 7:34
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йылдар үтте. Мысыр батшаһы вафат булды. Исраил халҡы ауыр эштән иңрәне, ярҙам һорап ялбарҙы – һәм уларҙың һыҡтауы Аллаға барып етте.


Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде; Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде. Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо, Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ.


Ғайса уны йәлләне, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине.


Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән: – Элои, Элои, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата.


Баланың ҡулынан тотоп: – Талиҫа, кум! – тине. Бының тәржемәһе: «Ҡыҙыҡай, һиңә әйтәм, тор!»


Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде.


Шунда уҡ теге кешенең ҡолаҡтары асылды, теле сиселде, һәм ул асыҡ итеп һөйләшә башланы.


Ғайса ауыр көрһөндө: – Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөнгө быуынға илаһи билдә бирелмәйәсәк, – тине.


Ғайса уға: – Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине.


Ғайса, Йәрүсәлимгә яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн иланы:


Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылды. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаны. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорҙо Ғайса.


Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм ҡайғырып:


Ғайса, тағы ла нығыраҡ көйөнөп, ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны.


Ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. –


Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Әлғазар, тышҡа сыҡ! – тине.


Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күҙен күккә төбәп: – Атам! Ваҡыт етте. Улың Һине шөһрәтле итһен өсөн, Улыңды шөһрәтле ит, – тине. –


– Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петрус. Эней шунда уҡ торҙо.


Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.


Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ